14.08.2020
1119
Дағстан урамы 16-сы йорт ихатаһында кәртәләнгән спорт майҙансығы бер нисә йыл буш тора. Һайлаусыларҙың наказдарын үтәү сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһы объектты «Реаль эштәр» программаһына индерә. Төҙөкләндереү эштәре депутаттар менән урында йәшәүселәрҙең күҙәтеүендә атҡарыла. Спорт майҙансығы яңырып ҡына ҡалмай, ә күп функциялыға әйләнә - биләмә футбол һәм баскетбол уйындары өсөн ике өлөшкә бүленә. Майҙанға резина япма түшәлә, биләмә буйлап эскәмйәләр ултыртыла.
«Реаль эштәр» проекты 2015 йылдан алып ғәмәлдә. Был арауыҡта 5 меңдән ашыу наказ үтәлә. Мәҫәлән, Дим районының 161-се лицейы янындағы биләмә насар хәлдә була. Урындағы халыҡтың инициативаһы буйынса балалар майҙансығы төҙөлә, йәш үҫентеләр ултыртыла.