Өфөлә «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә

«Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә 2020 йылда Өфөлә 35 ихата биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла. Улар 169 күп фатирлы йортто берләштерә.

«Башҡорт ихаталары» республика программаһы сиктәрендә 2020 йылда Өфөлә 35 ихата биләмәләрен төҙөкләндереү планлаштырыла. Улар 169 күп фатирлы йортто берләштерә.

Бөгөнгө көндә әүҙем эш алып барылған участкаларҙың береһе –Өфөнөң Калинин районындағы Архитектура урамы, 22, 24, Беренсе май урамы, 43,45 һәм Еңеү урамы, 18 адресы буйынса күп фатирлы йорттарҙы берләштергән ишек алды биләмәһе.

Асфальтланған биләмәнең дөйөм майҙаны - 8500 кв. м., шуның 3 мең кв. м. – тротуарҙар. Әлеге мәлдә бында 11 яңы яҡтыртыу бағанаһы ҡуйылған, йорттарҙың фасадтарын төҙөкләндереү эштәре башҡарылған. Балалар майҙансығы һәм воркаут-комплексын урынлаштырыу планлаштырыла. Ике майҙансыҡ та әҙерләнгән һәм асфальтланған, ә йыһаздарҙы урынлаштырғандан һуң бында резинанан өҫлөк йәйәсәктәр. Шулай уҡ ихатала  видеокүҙәтеү ҡаралған, урналар һәм эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, ике яңы контейнер майҙансығы эшләнәсәк.

Эштәр барышында халыҡтың теләктәрен һәм участкаларҙа техник шарттар иҫәбкә алына. Программа сиктәрендә Өфөнөң ете районында ла комплекслы ҡараш ғәмәлгә ашырыла: был юлдарҙы киңәйтеү генә түгел, ә балалар майҙансыҡтарын урынлаштырыу, контейнер майҙансыҡтарын яңыртыу,  өҫтәмә парковка урындарын төҙөкләндереү һәм башҡа эштәр.

Программаға индерелгән тағы бер майҙансыҡ – баш ҡаланың Ленин районындағы Аксаков урамы, 58, 58/1, Гоголь, 55а йорттарын берләштергән ишек алды биләмәһе. Подрядсы ойошма эште июнь башында башланы. Әлеге мәлдә улар иҫке бордюр таштарын демонтажланған, парковка урындарын үҫтереү өсөн ерҙе әҙерләгән. Хәҙер эшселәр яңы бордюрҙарҙы урынлаштыралар, машиналар йөрөү өлөшөн фрезерлайҙар. Төҙөүселәр һүҙҙәре буйынса, пландарҙа 3700 квадрат метрға яҡын йорт яны биләмәһенә асфальт түшәү ҡаралған. Бында балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк, 7 яҡтыртыу бағаналары, 5 видеокамера һәм яңы контейнер майҙансығы урынлаштырыла.

Хәҙерге ваҡытта эштәр барған ихаталар араһында - Өфөнөң Ленин районы Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин урамы буйынса урынлашҡан ишек алды биләмәһе лә бар.

- Бында «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөкләндереү буйынса комплекслы эш башҡарыла. Хәҙерге ваҡытта бордюрҙар алмаштырыла, асфальт түшәү өсөн майҙансыҡ әҙерләнә, машина ҡуйыу өсөн урындарҙы киңәйтеү буйынса эштәр башҡарыла. Балалар майҙансығын һәм турник комплексын урынлаштырыу өсөн биләмәне әҙерләү эштәре башҡарыла, - тип һөйләне Өфөнөң Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалығының директор урынбаҫары Алмаз Әхмәтзәнов.

Өфө ҡалаһы һәм райондары хакимиәттәре «Башҡорт ихаталары» программаһын тормошҡа ашырыу буйынса көн һайын контроль үткәрә,  эштер әүҙем режимда бара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт ихаталары» ишек алды биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһы 6 йылға (2019-2024 йыл.) иҫәпләнгән һәм Башҡортостан Республикаһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыуға йүнәлтелгән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA