Муниципаль транспортында санитар нормалары үтәлеүе тикшерелде

3 июлдә Өфө хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы белгестәре хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре менән бергә йәмәғәт транспортының водителдәренең документтарын һәм транспортта санитар нормаларын үтәүҙәрен тикшерҙеләр.

-Бөгөн муниципаль транспортты  тикшереү барышында маска режимын боҙоусыларҙы асыҡланыҡ һәм водителдәрҙә тейешле документтарының юҡлығы билдәләнде, - тип һығымта яһаны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығының урынбаҫары Илдар Юланов.

Бынан тыш, ул республикала маска режимы дауам ителеүе һәм йәмәғәт транспортында, Күп функциялы үҙәктең бүлексәләрендә, сауҙа нөктәләрендә, дәүләт һәм муниципаль учреждениеларында һәм башҡа ябыҡ биналарҙа битлектәр кейеүҙең мөһимлеген һыҙыҡ аҫтына алды.

Билдәләп үтәбеҙ, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ҡала транспорты салондары көнөнә 2 тапҡыр дезинфекциялана. Өфө Хакимиәте юғары әҙерлек режимының дауам ителеүе тураһында иҫкәртә.
 
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA