Еңеү паркында тыл хеҙмәткәрҙәре һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте

3 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп милләтле республика халҡы исеменән Еңеү паркында тыл хеҙмәткәрҙәре һәйкәленә сәскә һалды.

3 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп милләтле республика халҡы исеменән Еңеү паркында тыл хеҙмәткәрҙәре һәйкәленә сәскә һалды. Сарала шулай уҡ Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты. сәскә һалыу тантанаһы Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеме бирелеүгә арналды. Был туралағы Указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.

Паркта төбәк етәксеһе ветерандар һәм ҡала халҡы менән аралашты, уларҙы мөһим ваҡиға уңайынан ҡотланы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы статусы яңы архитектур объектта тормошҡа ашырыласаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA