Владимир Путин Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 20 ҡалаға, шул иҫәптән Өфөгә, Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Владимир Путин Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин 20 ҡалаға, шул иҫәптән Өфөгә, Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемен биреү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.

Ошо оло ваҡиға уңайынан, йома көндө, 3 июлдә, Башҡортостандың баш ҡалаһында, Ленин исемендәге майҙанда, 23.00 сәғәттә байрам салюты буласаҡ.

« 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ирешеүгә, сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ хәрби һәм гражданлыҡ продукцияһы менән тәьмин итеүгә тос өлөш индергән, шул уҡ ваҡытта хеҙмәт батырлығы, фиҙакәрлек күрһәткән өсөн Боровичи, Екатеринбург, Иваново, Ижевск, Иркутск, Ҡазан, Магнитогорск, Түбәнге Новгород, Түбәнге Тагил, Новокузнецк, Новосибирск, Омск, Пермь, Һамар, Һарытау, Томск, Ульяновск, Өфө, Силәбе, Ярославль ҡалаларына Рәсәй Федерацияһының «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» тигән маҡтаулы исемен бирергә».

Өфө Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреү – бөтә регион өсөн тарихи ваҡиға, тип билдәләп үтте.

– Өфө – илебеҙҙең, образлы рәүештә әйткәндә, һуғыш йылдарында Еңеү яуланған ҡалаларҙың береһе. Беҙҙең ҡала тәрән тылда булыуға ҡарамаҫтан, һуғыштың беренсе көндәренән үк Өфөлә барыһы ла хәрби ҡалыпҡа күсте. Ветерандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм Еңеүҙе яҡынайтыусыларға баш эйәбеҙ, - тип билдәләп үтте Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы.

Билдәләп үтәбеҙ, «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» – ул «Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында тыл хеҙмәтсәндәренең батырлығын мәңгеләштереү максаттарында» 2020 йылдың 1 мартындағы федераль закон менән билдәләнгән Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исеме.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA