Өфөлә Шәйхзада Бабич һәйкәленә сәскәләр һалдылар

1 июлдә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин башҡорт шағиры һәм сәйәсәт эшмәкәре Шәйхзада Бабичтың туғандары менән бергә уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Тантаналы сара һәйкәл ҡуйыуға бер йыл тулыу уңайынан уҙҙы.

Сара барышында Өлфәт Мостафин шағирҙың туғандары менән аралашты. Шулай уҡ башҡорт шиғриәте классигы иҫтәлегенә уның шиғырҙарынан өҙөктәр яңғыраны.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA