Өфөлә Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө үтә

1 июлдә Өфөлә барлыҡ профилактик саралар һәм санитар нормаларға ярашлы Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө бара.

1 июлдә Өфөлә барлыҡ профилактик саралар һәм санитар нормаларға ярашлы Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнө бара.

Граждандарҙың һайлау участкаларында күпләп йыйылыуын иҫкәртеү маҡсатында тауыш биреү 25 июндән башланды.

Коронавирус инфекцияһы ҡурҡынысы янау сәбәпле тауыш биреү яңы шарттарҙа үтә - участкаларҙа санитар эшкәртеү ойошторола, тауыш биреүселәрҙең температураһы тикшерелә, битлек, бирсәткә, индивидуаль ручка тапшырыла. Тейешле дистанция һаҡлап тауыш биреүсе документын күрһәткәндән һуң, ул бюллетень менән кабинаға үтә. Әйтергә кәрәк, быйыл тауыш биреү кабиналары ҙа санитар нормаларға яраҡлаштырылған – улар яртылаш асыҡ.

Участкаларҙа һайлау комиссияһы ағзалары менән бергә ирекмәндәр эшләй. Улар Өфөгә «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреүгә ҡултамғалар йыя.

Бынан тыш, граждандарҙың әүҙемлеген арттырыу маҡсатында һайлау участкаларында «Рәхмәт» акцияһы ойошторолған. Уның шарттары менән сайтта танышырға була.

Иҫкәртәбеҙ, Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү сәғәт 20.00 тиклем барасаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA