24 июндә Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ҡултамға йыйыу башланды. Өфөгә дәрәжәле исем биреү өсөн үҙенең тауышын баш ҡала Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡалдырҙы.
- Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфөгә 100 000 ашыу кеше, 60-тан артыҡ предприятие күсерелә. «Һәр дүртенсе двигатель беҙҙең яғыулыҡ менән тәьмин ителә, ә фронт өсөн күпме гимнастерка һәм башҡа әйберҙәр тегелә. Беҙ беренселәрҙән булып ошо маҡтаулы исемгә лайыҡ булырбыҙ тип ышанам, - тип билдәләп үтте ул.
Бынан тыш, үҙ тауышын Өфө митрополиты һәм Стәрлетамаҡ владыкаһы Никон, РСФСР-ҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаров, ҡала Советы депутаттары ҡалдырҙы.
Тауыш биреү Өфө тарихы музейында бара. Ул иртәнге сәғәт 10.00 киске 19.30 тиклем эшләй, дүшәмбе – ял. Ҡултамға йыйыуҙа 14 йәштән өлкән һәр кем ҡатнаша ала. Бөтә ҡултамғалар Өфөгә «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» исемен биреү өсөн ғаризаға индерелә.
Белешмә:
2020 йылдың 1 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһында «Хеҙмәт батырлығы ҡалаһы» маҡтаулы исемен биреү тураһында» 41-се федераль законға ҡул ҡуйҙы. Бындай исем Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халҡы ҡаланың сәнәғәт предприятиеларында туҡтауһыҙ хәрби һәм граждандар продукцияһы етештереп, хеҙмәт батырлығы, фиҙакәрлек күрһәткән Рәсәй ҡалаларына бирелә.