Өфө тимер юл вокзалы алдында фронтҡа киткән яҡташтарға арналған һәйкәл асылды

22 июндә Өфөнөң тимер юл вокзалы ҡаршыһында фронтҡа киткән яҡташтарға арналған һәйкәл асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты.

22 июндә Өфөнөң тимер юл вокзалы ҡаршыһында фронтҡа киткән яҡташтарға арналған һәйкәл асылды. Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡатнашты.

Туғыҙ фигуранан торған композиция 1941 йылда һалдаттарҙы фронтҡа оҙатыу ваҡиғаһын һынландыра. Уны билдәле скульптор Вадим Кириллов етәкселегендә коллектив ижад итә, проект өҫтөндә эш ике йыл дауам итә.

– Һәйкәлде урынлаштырыу өсөн тап ошо урынды – тимер юл вокзалы ҡаршыһындағы майҙанды һайлау бушҡа түгел, – тине Радий Хәбиров. – Тап ошонан йөҙәр мең яҡташыбыҙ яуға китә. Перронда башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари йырҙары яңғырай... Атайҙар, ирҙәр, улдар һәм ҡыҙҙар һуғышҡа алына. Улар барыһы ла тыуған ерҙәренә еңеү менән иҫән-һау ҡайтырҙарына ышана.

Радий Хәбиров һәйкәл идеяһы авторы, шулай уҡ шәхси сығымдарын бүлгән Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаровҡа һәм проектты тормошҡа ашырыуҙа күрһәткән ярҙамы өсөн Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафинға рәхмәт белдерҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA