Өфөлә йәмәғәт транспортында санитар нормаларын үтәлеүен тикшерәләр

Өфөлә йәмәғәт транспортында пассажирҙарҙың санитар нормаларын үтәүҙәрен тикшерәләр.

 

Өфөлә йәмәғәт транспортында пассажирҙарҙың санитар нормаларын үтәүҙәрен тикшерәләр. Шулай итеп, 20 майҙа вице-мэр Алина Сөләймәнова баш ҡаланың төньяғынан алып көньяғына тиклем №249 һанлы маршрутта пассажирҙарҙың битлектәр һәм бирсәткәләр ҡулланыуын тикшерһә, 21 майҙа шул уҡ маҡсат менән йәмәғәт транспортында Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов рейдта ҡатнашты.

Бынан тыш, 21 майҙа трамвай пассажирҙарының санитар нормаларын үтәүен Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығының урынбаҫары Илдар Юланов тикшерҙе. Ул №16 һанлы трамвайҙа «Пушкин урамы» туҡталышынан алып «Сәй фабрикаһы» туҡталышына тиклем ҡала халҡы менән профилактик әңгәмәләр алып барҙы.

- Республика Башлығы Указын барыһы ла үтәүҙәре ҡыуандыра. Осратҡандарҙан бер кеше генә бирсәткәһеҙ булды. Бөгөнгө көндә бирсәткә менән маскалар мотлаҡ атрибутҡа әүерелгән, - тип билдәләп үтте Илдар Юланов.

Тикшереү барышында Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығының урынбаҫары ҡала халҡын борсоған мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Пассажирҙар уға электротранспорттың йөрөү графигы һәм ҡаланан ситтә урынлашҡан баҡсаларға барып етеү буйынса һорауҙар бирҙе.

Билдәләп үтәбеҙ, коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау маҡсатында ҡала транспорты салондары көнөнә 2 тапҡыр дезинфекциялана. Бынан тыш, туҡталыш павильондары ла эшкәртелә.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA