Өфөлә сираттағы санитар таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәре үтте

15 май Өфөлә санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ сиктәрендә сираттағы «санитар йома» үтте.

15 май Өфөлә санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса айлыҡ сиктәрендә сираттағы «санитар йома» үтте. Ҡатнашыусылар эштәрҙе эпидимиологик тәрпиткә ярашлы бирсәткә һәм битлек кейеп башҡарҙы. Сарала 11 724 кеше ҡатнашты, улар араһында 1 285 коммуналь һәм 2 337 торлаҡ тармағы эшселәре. Бынан тыш таҙартыу эштәренә сауҙа учреждениелары, район һәм ҡала хакимиәттәре, сәнәғәт предприятиелары хеҙмәткәрҙәре өлөш индерҙе.

Ҡала урамдарында ихаталарҙа, парктарҙа һәм скверҙарҙа, яр буйында һәм башҡа ҡала биләмәләрендә сүп-сарҙы йыйыу, ағастарҙы аҡлау, үлән сабыу, үҫемлектәр ултыртыу, туҡталыш павильондарын йыуыу һәм дезинфекциялау кеүек эштәр үтте. 641 техника йәлеп ителде. Бөтәһе 135 рейс менән 1 605 кубометр сүп-сар түгелде.

Әйтеп үтелгән эштәр менән бер рәттән подъездар,  сүп-сар контейнерҙарының майҙансыҡтары дезинфекцияланды, эскәмйәләр, ҡоймалар рәткә килтерелде һәм юлдарҙа соҡорҙарҙы ямау эштәре башҡарылды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA