Муниципалитетта халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү буйынса брифинг үтте

Өфө Хакимиәтендә он-лайн рәүештә актуаль темаларға ҡағылышлы брифингтар үтеүе дауам итә.

Өфө Хакимиәтендә он-лайн рәүештә актуаль темаларға ҡағылышлы брифингтар үтеүе дауам итә. Сираттағы брифингта Рәсәй Президенты Владимир Путин 11 майҙа тәҡдим иткән коронавирус инфекцияһы таралыу шартында социаль ярҙам күрһәтеү саралары тикшерелде.

Һорауҙарға Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫары Алина Сөләймәнова, Республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге директоры Николай Калмацкий һәм Октябрь районының Пенсия фонды идаралығы етәксеһе Гөлнара Түләкова яуап бирҙе.

Брифинг барышында ҡатнашыусылар балалы ғаиләләргә түләүҙе алыу өсөн ғариза биреү тәртибе, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләнгән һәм ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү һәм башҡа төрлө мәсьәләләр ҡаралды.

Алина Сөләймәнова билдәләүенсә, социаль түләүҙе үҙ балаларын тәрбиәләгән ғаиләләр менән бер рәттән опекундар һәм уллыҡҡа алған ата-әсәләр ҙә алырға хоҡуҡлы. Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортотсан Республикаһының Пенсия фонды телефонына 8 (347) 229-71-36 һәм республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы телефонына 8-800-775-00-14 белеп була.

Шулай уҡ муниципалитетта халыҡҡа консультация ярҙамы күрһәтеү буйынса үҙәк эшләп килә, номеры: 8-800-250-56-04. «Берҙәм Рәсәй» төбәк башҡарма партияһы ойошторған үҙәккә мөрәжәғәт итергә лә була.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA