Өфөлә санитар - эпидимиологик режимы осоронда сауҙа объекттарҙа сикләүҙәр үтәлешен тикшереүе дауам итә

Өфөлә сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү объектарында «Юғары әҙерлек» режимы осоронда ғәмәлгә индерелгән ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы һәм сикләүҙәрҙе үтәү тикшерелде.

Өфөлә сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы һәм халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү объектарында «Юғары әҙерлек» режимы осоронда ғәмәлгә индерелгән ҡағиҙәләрҙе, талаптарҙы һәм сикләүҙәрҙе үтәү тикшерелде. Рейдтарҙа полиция хеҙмәткәрҙәре, Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге, республиканың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау дәүләт комитеты, Өфө Хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ, ҡулланыусылар баҙары һәм туризм буйынса идаралығы һәм район хакимиәттәренең вәкилдәре ҡатнашты.

Сара барышында хужалыҡ итеүсе субъекттарҙың сикләүҙәрҙе боҙоу осраҡтары асыҡланды.

Мотлаҡ талаптарға һатыусылар һәм һатып алыусыларға битлектәр кейеү, дезинфекция сараларын ҡулланыу, социаль аралыҡты үтәү өсөн буйҙар һыҙыу, хеҙмәткәрҙәрҙең температураһын билдәләү буйынса журнал тотоу, бинаны дезинфекциялау инә.

Атап әйткәндә, 13 май санитар-эпидемик талаптарҙы үтәмәү Дим баҙарында һәм «Меркурий» сауҙа үҙәгендә теркәлгән. Тикшереү барышында битлек һәм бирсәткәләр 40% һатып алыусы һәм 20% сауҙа хеҙмәткәрендә барлығы билдәләнде. 14 май үткәрелгән тикшереү осоронда ла етешһеҙлектәр табылды. Өфөнөң йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре административ боҙоуҙар буйынса 3 протокол төҙөнө. Һөҙөмтәлә Дим баҙары иҫкәрмәләрҙе үтәү осоронда үҙ эшмәкәрлеген туҡтатып торорға мәжбүр.

14 май «Меркурий» сауҙа үҙәгендә комиссия тикшереүе һөҙөмтәһендә 32 протокол төҙөлдө.

Билдәләп үтәбеҙ, бынан тыш сикләүҙәр үтәлешен боҙоу Өфөнөң эре сауҙа ойошмаларында ла урын алды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA