23 апрелдә муниципалитетта Өфө Хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов ҡатнашлығында коронавирус инфекцияһы шарттарында коммуналь хеҙмәттәре өсөн түләүҙәр буйынса «түңәрәк өҫтәл» үтте.
Онлайн форматында барған осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы тарифтар буйынса Дәүләт комитеты рәйесе Светлана Бурдюк, Өфө Хакимиәтенең йәшәү эшмәкәрлеген тәьмин итеү идаралығы начальнигы Антон Тристан һәм ҡаланың йәшәйеште тәьмин итеү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Салауат Хөсәйенов билдәләп үтеүенсә, ҡаланың торлаҡ ойошмалары штат режимында эштәрен дауам итә. Пандемияға бәйле килеп тыуған хәл арҡаһында йәшәйеште тәьмин итеү ойошмалары инженер селтәрҙәрен ремонтлау эштәрен туҡтатып торорға мәжбүр булды. Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау эштәре лә туҡтатылды. Диспетчер хеҙмәте һәм авария бригадалары эше ойошторолдо.
Бынан тыш, «түңәрәк өҫтәлдә» торлаҡ-коммуналь бүлегенең эш күләме, йылытыу миҙгеле, коммуналь хеҙмәттәре буйынса бурыстар, төҙөкләндереү программалары, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу тураһында һүҙ барҙы.
«Түңәрәк өҫтәлдә» ҡаралған мәсьәләләр менән «Комсомольская правда» гәзитенең 29 апрелдә сығасаҡ баҫмаһында танышып була.