Өфөлә ҡала биләмәләрен санитар таҙартыу буйынса эштәр дауам итә

Ял көндәрендә ҡала биләмәләрен таҙартыу буйынса көсәйтелгән эш дауам итте. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Өфөнән 16 000 кубометрҙан артыҡ ҡар сығарылған. Йыл башынан бирле 30 494 кубометр сүп-сар сығарылған.

Ял көндәрендә ҡала биләмәләрен таҙартыу буйынса көсәйтелгән эш дауам итте. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә Өфөнән 16 000 кубометрҙан артыҡ ҡар сығарылған. Йыл башынан бирле 30 494 кубометр сүп-сар сығарылған.

Ҡала биләмәләрен таҙартыу буйынса төп эш күләмен ҡаланың коммуналь һәм торлаҡ хеҙмәттәре башҡара. Ҡарҙы таратыу һәм сығарыу, ҡала урамдарын, йәйәүлеләр зоналарын, йорт яны биләмәләрен, йәмәғәт транспорты туҡталыштары пункттарын, урам баҫҡыстарын һәм башҡа участоктарҙы таҙартыу эштәре алып барыла. Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә ҡалала 360 берәмектән артыҡ техника хеҙмәт итте.

Саң таралыуын кәметеү өсөн, юлдарҙың бордюр яны өлөшөнән бысраҡты һәм сүп-сарҙы йыйыуға айырым иғтибар бирелде. Юл инфраструктураһы элементтарын, юл билдәләрен, ҡоймаларҙы, ер өҫтө һәм ер аҫты йәйәүлеләр үткәүелдәрҙе, светофорҙарҙы һәм ут бағаналарын таҙартыу һәм ремонтлау эштәре дауам итә.

Торлаҡ хужалығы идараһы линия буйынса компаниялары күп фатирлы йорттарҙың йорт яны биләмәләрен таҙартыуҙы көсәйтте. Өмәлә 810 ишек алды йыйыштырыусы, 160-тан артыҡ техника һәм 1 758 йәлеп ителгән белгестәр ҡатнашты. Бынан тыш, подъездарҙы санитар таҙартыу һәм дезинфекциялау буйынса ла көсәйтелгән эш алып барыла. Шәмбе өмәһендә 130 ихатаны таҙарттыу, 103,6 мең кв. м майҙанда ҡар таратыу һәм 20 мең кв.м. майҙанда боҙ ватыу эштәре алып барылды.

Ҡала хеҙмәттәре тәүлек әйләнәһе санитар таҙартыу эштәрен дауам итәләр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 мартта Өфөлә традицион санитар йома буласаҡ. Ҡаланың барлыҡ хеҙмәттәре милек формаһындағы кәсепхана һәм ойошма етәкселәрен тирә-яҡ биләмәләрҙе ҡарҙан һәм сүп-сарҙан таҙартырға өндәйҙәр. Бары тик уртаҡ көс менән генә ҡаланы йәшәү өсөн тағы ла уңайлыраҡ итергә мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA