Өфөлә коронавирус инфекцияһына ҡаршы сауҙа предприятиеларында санитар профилактик саралар көсәйтелде

Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы коронавирус инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында Өфөнөң сауҙа предприятиелары сиргә ҡаршы иҫкәртеү сараларын көсәйтә.

Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы коронавирус инфекцияның таралыуына юл ҡуймау маҡсатында, Өфөнөң сауҙа предприятиелары сиргә ҡаршы иҫкәртеү сараларын көсәйтә.

Билдәләп үтәбеҙ, Роспотребнадзор февраль аҙағында сауҙа селтәрҙәренә коронавирусты иҫкәртеү һәм уның таралыуына юл ҡуймау буйынса тәҡдимдәр еткерҙе. Был иҫәптә, магазиндарҙа йыш санитар йыйыштырыу эштәре ҡаралған.

Республиканың эре сауҙа селтәренең Өфөләге магазин етәксеһе Жанна Оздоева әйтеүе буйынса, магазинда санитар профилактик саралар көсәйтелде. Етештереү, санитар-көнкүреш биналар, сауҙа залдар йышыраҡ дезинфекциялана.

- Беҙҙең магазиндарҙа клининг компанияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Ике сәғәт һайын улар иҙән, касса боксын, һатып алыусы өҫтәлен, һаҡлау камераларҙы, ишек тотҡаларын, арба һәм кәрзиндәрҙе һөртөп торалар. Һатыусылар резинка бирсәткә кейеп эшләйҙәр. Касса эргәһендә сират булдырмаҫҡа тырышабыҙ,- тип билдәләп үтте ул.

18 марттан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн республикала юғары әҙерлек режимын индерҙе.

Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы бойороғо менән республикала коронавирус инфекцияһының инеү һәм таралыу хәүефен кәметеү буйынса саралар күрелде. Атап әйткәндә, республикала йәшәүселәргә вирустың таралыуы теркәлгән сит илдәргә һәм Рәсәй төбәктәренә, кеше күп йөрөгән урындарға бармаҫҡа, предприятие-ойошмалар етәкселәренә эш урындарында дезинфекция ойошторорға кәңәш ителде.

Коронавирус инфекцияһының таралыуына юл ҡуймау буйынса республика штабының «ҡыҙыу бәйләнеш» телефоны: +7 (347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA