18 мартта «Индиго» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәгендә Рәсәй Федерация Президентының II гранттар һәм Башҡортостан Республикаһының Башлығы гранты конкурстарында ҡатнашыу өсөн документация әҙерләү буйынса семинар үтәсәк.
Сараның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһының сауҙа буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәтенең Граждандар йәмғиәте институттары менән бәйләнеш буйынса идаралығы һәм баш ҡаланың урындағы әүҙемлек үҙәге.
Семинарҙа документация әҙерләү үҙенсәлектәре, ҡатнашыу тәртибе, конкурстың сайтында теркәлеү шарттары һәм башҡа мөһим темалар буйынса сығыштар көтөлә.
Сараға заявкалар 8(347) 218-09-76 телефон номеры буйынса 17 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Башлана сәғәт 10.00.