Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм халыҡҡа көнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Хөрмәтле торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре! 
Ҡәҙерле өфөлөләр!
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ Өфө ҡалаһының йәшәйеш системаһында мөһим урын алып тора. Ҡала халҡының йәшәү сифаты һәм шарттары, төрлө предприятие һәм социаль объекттарының эшмәкәрлеге туранан-тура халыҡҡа көнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеларының тотороҡло эшләүенән тора.
Ҡала халҡының һәр көнө был тармаҡтар менән тығыҙ бәйле. Һыу һәм газ менән тәьмин итеү, йылытыу, электр, ҡаланы яҡтыртыу, урамдар һәм биләмәләрҙе тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү – һеҙҙең иңгә төшкән төп бурыстарҙың береһе.
Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәтен күрһәтеү тармағы ла әүҙем үҫешә. Хеҙмәтләндереү сифатын һәм мәҙәниәтен күтәреү өҫтөндә эшләгән ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар өфөлөләргә киң даирәле хеҙмәт күрһәтә.
Ошо уңайҙан был тармаҡтарҙың үҫешеүенә мөһим өлөш индергән ветерандарға айырым рәхмәтемде белдерәм. 
Бөгөн беҙ заманса ҡала мөхитен булдырыу, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, матди-техник базаны яңыртыу буйынса етди эштәр алып барабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – Өфөнө илдең төҙөк һәм матур ҡалалар исемлегенә индереү. Быға һеҙҙең юғары оҫталыҡ һәм яуаплылыҡ ярҙамында еңел өлгәшәсәкбеҙ.
Һеҙҙе ысын күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайым! Яҡындарығыҙға һәм үҙегеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек һәм уй-ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем!

Башҡортостан Республикаһы
Өфө ҡалаһы ҡала округы  
Хакимиәте башлығы                                                                  Ө.М. Мостафин


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA