Өфөлә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 31 йыллығы билдәләнде

15 февралдә ҡала мәҙәниәт һарайында Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 31 йыл тулыуы айҡанлы тантаналы концерт уҙҙы.

15 февралдә ҡала мәҙәниәт һарайында Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуға 31 йыл тулыуы айҡанлы тантаналы концерт уҙҙы.

Сарала Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары  Рөстәм Ғәзизов, яугир-интернационалистар, хәрби көстәр ветерандары, ватандан ситтә хеҙмәт бурысын үтәп, һәләк булғандарҙың туғандары һәм яугирҙәрҙең тол ҡатындары ҡатнашты.

Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин исеменән сарала ҡатнашыусыларҙы Рөстәм Ғәзизов сәләмләне һәм бөгөнгө дата барыбыҙ өсөн ҡәҙерле булыуын билдәләп үтте.

- Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандан һәм Өфөнән яугирҙар күп булды. Уларҙың күбеһе хәрби бурыстарын үтәгән ваҡытта күрһәткән ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡтары өсөн миҙалдар һәм ордендар менән бүләкләнделәр. Яҡташыбыҙҙың батырлығы тураһында иҫтәлектәр күңелебеҙҙә оҙаҡ йылдар йәшәйәсәк, - тине ул үҙенең сығышында.

Ҡала мәҙәниәт һарайының сәхнәһендә иң яҡшы ижади коллективтар, солистар һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле сығыш яһаны. Тышта ялан кухняла теләүселәр өсөн эҫе сәй һәм бутҡа тәҡдим ителде. Фойела Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәргә арналған күргәҙмә эшләне.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA