Өлфәт Мостафин 33-сө олимпия резервы спорт мәктәбе хеҙмәте менән танышты

8 февралдә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы эш сәфәре барышында 33-сө олимпия резервы муниципаль спорт мәктәбендә булды. Был мәктәп саңғыла трамплиндан һикереү һәм саңғы ике төр ярыш буйынса спортсылар әҙерләй.

8 февралдә Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы эш сәфәре барышында 33-сө олимпия резервы муниципаль спорт мәктәбендә булды. Был мәктәп саңғыла трамплиндан һикереү һәм саңғы ике төр ярыш буйынса спортсылар әҙерләй.

Ул Менделеева урамындағы Өфө йылғаһына төшөү районында тәбиғи тау битендә урынлашҡан. Бында мәктәп йорто, трамплин комплексы һәм саңғы трассаһы урынлашҡан.

Мәктәп директоры Илдар Ғарифуллин аңлатҡанса, мәктәптең күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте һәм учреждениеның тәжрибәһе Өфө ҡалаһын төрлө дәрәжәләге ярыштар үткәреү майҙансығы булараҡ күрһәтергә мөмкинлек бирә. Әммә хәҙерге ваҡытта трамплин комплексын яңыртыу һәм реконструкциялау, ҡар таҙартыу һәм ҡар тотоу системалары, тамашасылар өсөн трибуналар, күтәреү механизмдары менән тәьмин итеү мәсьәләһе киҫкен тора.

Айырым алғанда, мөһим бурыстарҙың береһе булып 60 метрлы трамплинды реконструкциялау тора. Ул мәктәпкә яҡын арала күләмле ярыштарҙы ҡабул итергә мөмкинлек бирәсәк.

Саңғыла ике төр ярыш Башҡортостанда төп спорт төрҙәренең береһе булып тора, ә Өфөнөң махсус спорт мәктәбе - был спорт төрө һәм трамплиндан һикереү буйынса төбәктә берҙән-бер.

Учреждение коллективы менән аралашып, спортсыларҙың тренировкалары ҡарағас, Өлфәт Мостафин ҡала һәм республика өсөн саңғы спортын үҫтереүҙең мөһимлегенә баҫым яһаны, коллектив эшенә ыңғай баһа бирҙе һәм мәктәпте реконструкциялау проектын эшләү кәрәклеген билдәләп үтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA