Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы кубогына ҡышҡы Корпоратив уйындар үтәсәк

15 февралдә Өфөлә тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә хакимиәт башлығы кубогына һигеҙенсе ҡышҡы Корпоратив уйындар башлана.

Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы кубогына ҡышҡы Корпоратив уйындар үтәсәк

15 февралдә Өфөлә тау саңғыһы спорты буйынса олимпия резервындағы спорт мәктәбендә хакимиәт башлығы кубогына һигеҙенсе ҡышҡы Корпоратив уйындар башлана. Баш ҡаланың предприятие-ойошмалары хеҙмәткәрҙәре алты дисциплинала көс һынаша: быйма кейеп хоккей уйнау, ҡарҙа волейбол, саңғы ярышы (эстафета), конькиҙа шыуыу спорты (эстафета), пейнтбол элементтары менән күңелле старттар һәм тау саңғыһы спорты.

Төп бүләк – Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы кубогы. Бынан тыш, дөйөм иҫәптә һәм спорттың айырым төрҙәре буйынса призлы урын алған командалар ҡаланың Физик культура һәм спорт буйынса идаралығы кубоктары һәм грамоталары менән бүләкләнә.

Белешмә:

Өфөлә йәйге Корпоратив уйындар 2010 йылда үткәрелә башланы. 2013 йылда тәүгә  I ҡышҡы Корпоратив уйындар ойошторолдо. Йыл һайын ярыштарҙа Өфө ҡалаһының предприятие-ойошмаларынан меңдән ашыу хеҙмәткәр ҡатнаша. Уйындар «Офистан – стартҡа!» девизы аҫтында уҙғарыла.

 

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA