«Инвест сәғәттә» аш-һыу әҙерләү өсөн тауарҙар һәм аксессуарҙар етештереү буйынса цех төҙөлөшө проекты тикшерелде

30 ғинуарҙа муниципалитетта Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин алып барҙы.

30 ғинуарҙа муниципалитетта Өфө ҡалаһы Хакимиәтенең Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте. Уны Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин алып барҙы.

Ултырышта республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары вәкилдәре һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте структур подразделениелары етәкселәре һәм ҡала советы депутаттары ҡатнашты.

Инвестицион сарала ҡатнашыусылар иғтибарына аш-һыу әҙерләү өсөн тауарҙар һәм аксессуарҙар етештереү буйынса цех төҙөлөшө проекты тикшерелде.

Уны «Мила» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Руслан Кулья презентацияланы.

Уның һүҙҙәре буйынса, проектың төп маҡсаты сығарылған продукция ассортиментын – фольга, бешереү өсөн ҡағыҙ, үлсәүле тәмләткестәрҙе, киңәйтеү тора.

Компания эшен 2013 йылда башлаған һәм проектлау, технологик ҡорамалдарын һатыу менән шөғөлләнгән. Бынан тыш, төрөп бешереү өсөн пакеттар һәм юғары температураға бирешмәүсән клипсылар етештереү өҫтөндә эш алып барған.

Цехты төҙөүгә 16 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған. Проекты 2020-2022 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана. Аҡсаның кәрәкле күләме инвесторҙа бар.

Проекты үтәү өсөн, инвестор әйтеүе буйынса, ҡала территорияһында оҙайлы ваҡытҡа хуртымға бирелгән, 3 000 квадрат метрҙан торған коммуникациялар үткәрелгән ер участкаһы талап ителә.

Ултырышта ҡатнашыусылар тәҡдим ителгән проект буйынса фекер алышты һәм уның әһәмиәтлелеге билдәләне.

Өлфәт Мостафин проектҡа ярҙам итеүҙе белдерҙе һәм уны тормошҡа ашырыу буйынса тейешле күрһәтмәләр бирҙе.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA