27.01.2020
1382
Был шәмбелә С. Орджоникидзе майҙанында йола булып киткән ял көнө йәрминкәһе үтте.
Йәрминкәгә Республикабыҙҙың 17 муниципаль районынан ауыл хужалығы етештереүселәре килде. Улар 38 машинала һыйыр, сусҡа, һарыҡ һәм ҡош ите алып килделәр, бынан тыш унда башҡорт балы һәм балыҡ һатыла ине.
Был көндө бигерәк күп тауар һатылды: 1.3 тонны ҡош ите, 1.8 тонна һыйыр ите, уның бер килограмм хаҡы 250-380 һум ине һәм 1,5 тонна сусҡа ите, бер килограммы хаҡы 180-280 һум. Тауыҡ ите бер килограммы өсөн 140-160 һум тора ине, ә балдың бер литры 350-550 һумға һатылды.