Өфөлөләрҙе «Һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ» тигән ижади конкурста ҡатнашырға саҡыралар

15 ғинуарҙан 20 апрелгә тиклем Өфөлә «Һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ» тигән ижади ярыш уҙасаҡ. Уны ҡаланың Үҙәкләштерелгән дөйөм китапханалар системаһы ойоштора.

2020 йылдың 9 майында илебеҙ иҫтәлекле ваҡиға – Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләп үтә.

Был уңайҙан, 15 ғинуарҙан 20 апрелгә тиклем Өфөлә «Һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ» тигән ижади ярыш уҙасаҡ. Уны ҡаланың Үҙәкләштерелгән дөйөм китапханалар системаһы ойоштора.

Әлеге конкурс халыҡтың иғтибарын китаптарға йәлеп итеү, шулай уҡ әҙәбиәт аша Ватанды һаҡлаусыларҙың ныҡлығын һәм батырлығын күрһәтеү маҡсатынан үткәрелә.

Конкурста ҡаланың муниципаль китапханалары уҡыусылары ҡатнаша ала. Еңеүселәрҙе «Һуғыш тураһында хәтерҙе беҙгә китап ҡалдыра», «Йөрәк хәтере» һәм «Ветеранға бүләк» номинацияларында билдәләйәсәктәр.

Һөҙөмтәләр буйынса ҡатнашыусыларҙың иң яҡшы эштәре Өфө ҡалаһының Үҙәк ҡала китапханаһында «Һуғыш тураһында китаптар уҡыйбыҙ» тигән күргәҙмәлә тәҡдим ителәсәк.

Конкурста ҡатнашыу шарттары менән тулыраҡ һылтама буйынса «Уҡыусылар өсөн конкурстар» бүлегендә танышырға мөмкин.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA