Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре ҡарҙан таҙартыу буйынса эшен дауам итә

16 ғинуар Өфөлә урамдарҙы һәм күп фатирлы йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыу буйынса киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында рейд уҙҙы.

16 ғинуар Өфөлә урамдарҙы һәм күп фатирлы йорт ихаталарын ҡарҙан таҙартыу буйынса киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында рейд уҙҙы.

Журналистар Ленин, Зәки Вәлиди, Революцион урамдарынан, тротуарҙарҙан, йәмәғәт транспорт туҡталыштарынан ҡар таҙартыу, уны йыйып тейәү эштәре менән танышты. Шулай уҡ улар Степан Кувыкин урамдарында урынлашҡан күп фатирлы йорт ихаталарында барған комплекслы таҙартыуҙы күҙәтте.

Буран сәбәпле бөгөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәре көсәйтелгән өсөнсө режимда эшләй. Дөйөм алғанда ҡала биләмәләрендә 306 техника берәмеге һәм 463 юл эшселәре эш менән мәшғүл. Беренсе сиратта йәмәғәт транспорты йөрөгән урамдар таҙартыла. Бынан тыш, икенсе дәрәжә категориялы урамдар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмай.

Параллель рәүештә ихаталарҙа ла эш дауам итә. Хәҙерге ваҡытта ҡарҙан таҙартыуға 158 берәмек техника һәм ҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығының 802 һәм уларға ярҙамға сит организацияларҙан 300 эшсе йәлеп ителгән. Шулай уҡ 102 бригада күп фатирлы йорттар ҡыйыҡтарын таҙарта.

- Ҡала райондарының төҙөкләндереү буйынса учреждениелар торлаҡ организацияларға ҡарҙы тейәп сығарыу өсөн өҫтәмә техника бүлде. Бөгөн торлаҡ хужалығы эшселәренең һәм трактористтарҙың эш графигы киске сәғәт 21.00 – 22.00 тиклем оҙайтыласаҡ,  - тип билдәләп үтте торлаҡ хужалығы идара итеү бүлеге начальнигы Андрей Бычков.

Әйтеп үтергә кәрәк, ҡар таҙартыу эштәре менән бер рәттән күп фатирлы йорттар биләмәләрендә тротуарҙарҙы, йорттарҙың ҡыйыҡтарын, юлдарҙы һәм парковка урынын йыйыштырыуҙы үҙ эсенә алған комплекслы таҙартыу эштәре ойошторола.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юл-селтәрен һәм ихаталарҙы комплекслы таҙартыу эштәренә автомобилдәр ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эштәренә тотҡарлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн автомобилдәрҙе тейешле урынға алып ҡуйыу һорала.
 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA