Өфөлә Комсомол урамы участогында автотранспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыласаҡ

Юл эштәре башҡарғанда хәрәкәт именлеген тәьмин итеү маҡсаттарында 2020 йылдың 17 ғинуары 24.00 сәғәттән 31 мартҡа тиклем Комсом урамының өс буйы буйынса Галле урамынан алып Бессонов урамына тиклем участокта хәрәкәт итеү өлөшө ябыласаҡ.

Өфөлә Комсомол урамы участогында автотранспорт хәрәкәте ваҡытлыса ябыласаҡ

Юл эштәре башҡарғанда хәрәкәт именлеген тәьмин итеү маҡсаттарында 2020 йылдың 17 ғинуары 24.00 сәғәттән 31 мартҡа тиклем Комсом урамының өс буйы буйынса Галле урамынан алып Бессонов урамына тиклем участокта хәрәкәт итеү өлөшө ябыласаҡ. Автотранспорт хәрәкәте Комсомол урамының бер яғында, Бессонов урамына табан хәрәкәт итеү юлы менән башҡарыласаҡ.

Өфөлөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын юл эштәре менән бәйле ваҡытлы уңайһыҙлыҡтарға аңлы ҡарауҙарын һорайҙар һәм үҙ маршруттарын алдан планлаштырырға йәки альтернатив юлдарҙы файҙаланырға кәңәш итәләр.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә үткән йылдың сентябренән Комсомол урамында, Һади Дәүләтшин бульварынан алып Урман техникумы урамына тиклем участокта, «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проекты сиктәрендә төҙөкләндереү эштәре алып барыды. Реконструкция объектының оҙонлоғо 3,84 км тәшкил итә.

Һыуыҡ һауаторошо булғанда фрезерлау эштәре мөмкин булмағанлыҡтан һалҡындар башланғансы иҫке асфальт-бетон ҡатламын алыу буйынса эштәр башҡарылды. Хәҙерге ваҡытта коммуникацияларҙы сығарыу һәм селтәрҙәрҙе өр-яңынан төҙөү буйынса эштәр башҡарыла.

Төҙөкләндереү эштәре тамамланғандан һуң Комсомол урамы Октябрь проспектының «дублеры» буласаҡ. Дүрт буйлы хәрәкәт алты буйлыға әүереләсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA