«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын 2019 йылға йомғаҡлап

Өфөлә ҡала урамдарын норматив торошҡа килтереү өҫтөндә эш алып барған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының тормошҡа ашырылыуы дауам итә.

Өфөлә ҡала урамдарын норматив торошҡа килтереү өҫтөндә эш алып барған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының тормошҡа ашырылыуы дауам итә. 2019 йылда 5 ҙур объектты төҙөкләндереү һәм төҙөү эштәре башланды. Исемлеккә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер, Валерий Лесунов һәм Баландин бульварын төҙөү, Комсомольск һәм 8 Март урамдарын реконструкциялау һәм Мостай Кәрим урамында капиталь ремонт үткәреү ингән.

Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер әлеге көндәге ике күпер араһында өҫтәлмә ҡоролма булараҡ сафҡа индереү ҡаралған. Проектҡа ярашлы, яңы күперҙең метал ҡоролмаһы ете нығытмаға урынлаштырыласаҡ. Уның аша өс һыҙатлы автомобиль юлы һалына.

Төҙөлөштөң беренсе этабында иҫке күперҙәрҙә хәрәкәтте сикләү булмаясаҡ. Икенсе этабында - автомобилдәр ағымы яңы күпергә йүнәлтелеп, иҫке күпер төҙөкләндерелеүе планлаштырылған. Төҙөлөштө 2021 йылда тамамлау күҙаллана.

Милли проекттың тағы бер мөһим проекты булып Валерий Лесунов һәм Баландин бульварын төҙөү тора. Төҙөү эштәре Сельская Богородская урамынан алып Баландин бульварына тиклемге өлөштә һәм Баландин бульварында Валерий Лесунов урамынан алып Ферин урамына тиклем башҡарыласаҡ. Юл селтәренең әйтеп үткән участкаһы «Инорс-4» микрорайонының торлаҡ йорттарын һәм төҙөлөп килгән үҙәкте тоташтыра. Проекты тормошҡа ашырыу ике йылға ҡаралған.

2019 йылдың көҙөндә шулай уҡ Комсомольск һәм 8 Март урамдарын реконструкциялау эштәре башланды. Реконструкциялау объектының оҙонлоғо 5 километрҙан ашыу. Эштең беренсе этабына Комсомольск урамын ремонтлау инә, икенсе этабы 8 Март урамын реновациялау эштәре менән бәйле. Подрядсы ойошмалар объекттарҙа эште контракт буйынса ҡаралған ваҡытҡа – 2021 йылдың аҙағына, тулыһынса тамамларға ниәтләй.

Бынан тыш, үткән йыл «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проект сиктәрендә Мостай Кәрим урамын капиталь ремонтлау башланды. Урамдың дөйөм оҙонлоғо 1,2 км ашыу. Проект дүрт этапҡа бүленеп бойомға ашырыла – Коммунистик урамынан алып Чернышевский урамына тиклем, Чернышевский урамынан алып Достоевский урамына тиклем, Достоевский урамынан алып Революция урамына тиклем, Революция урамынан алып Иван Яҡутов исемендәге парк биләмәһенә тиклем. Ремонт эштәрен 2020 йылда тамамлау ҡаралған.

Шулай уҡ милли проект сиктәрендә яңы инновацион технологиялар буйынса Бөрө тракты төҙөкләндерелде. Уның оҙонлоғо 12 километрҙан ашыу.

Билдәләп үтәйек, милли проекты тормошҡа ашырыу өсөн 2019 йылда  2,2 млрд. һумдан ашыу аҡса бүленгән. Эштәр 38 объектарҙа башҡарылды.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA