Өфөлә коммуналь хеҙмәте автопаркы яңы техника менән тулыланды

14 ғинуарҙа ҡаланың муниципаль ойошмаларының автопаркы 11 яңы техника менән тулыланды. Ҡала райондарының төҙөкләндереү буйынса муниципаль бюджет учреждениеларына яңы 6 «МТЗ» тракторы һәм 5 снегопогрузчик өҫтәлде.

- Яңы тракторҙарҙа өҫтәмә шнекоротор, щетка һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар бар, - тине  Өфө Хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Илнур Идиятуллин.

Уның мәғлүмәте буйынса, февраль уртаһына ҡала коммуналь хеҙмәте автопаркы 55 яңы коммуналь техника менән тулыланасаҡ.

Билдәләп үтәбеҙ, 9 ғинуарҙа ҡаланың коммуналь автопаркына 7 кесе погрузчик, 10 ғинуарҙа 4 самосвал һәм декабрь аҙағында 6 автовышка өҫтәлде.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала торлаҡ-коммуналь хеҙмәтенең матди-техник базаһын нығытыу Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров һәм ҡала Хакимиәте ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA