Баш ҡалала «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһы дауам итәсәк

Экологик акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.

Экологик акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.

Экологик сара 18 һәм 19 ғинуарҙа уҙасаҡ. 18 ғинуарҙа Миниғәле Ғөбәйҙуллин,6 урамындағы һәм Һәҙиә Дәүләтшина, 11/1 бульварында урынлашҡан  сауҙа комплекстарының майҙансыҡтарында акция уңайынан күңел асыу сараһы үтәсәк. Башлана сәғәт 12.00.

Бынан тыш, Дим биҫтәһендә ҡарағайҙарҙы һәм шыршыларҙы йыйыу маҡсаты менән күсмәле «Елкомобиль» эшләйәсәк. Уның эш ваҡыты һәм маршруты ҡушымтала беркетелгән.

Иҫкәртәбеҙ, экологик сараның беренсе көндәрендә, 11 һәм 12 ғинуарҙа, дөйөм алғанда 800 ашыу ылыҫлы ағас утилләштереүгә тапшырылған. Акция көндәрендә тапшырыу пункттарында уйын программалары ойошторолған. Яңы йыл ағастарын беренсе булып килтергәндәр тәмле күстәнәс менән бүләкләнде. Ойоштороусылар билдәләүенсә, әүҙемлекте бигерәк тә Ленин һәм Дим халҡы күрһәткән.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA