09.01.2020
725
Яңы йылдың тәүге эш көнөндә торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар урамдарҙы таҙартыуҙы һәм ҡаланы төҙөкләндереүҙе дауам итә. Бөгөн был эштәргә Ленин районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең 27 эшсеһе һәм 28 берәмек махсус техникаһы йәлеп ителгән.
Коммуналь хужалыҡтар күперҙәрҙе, урамдарҙы, бигерәк тә юлдарҙың ҡатмарлы урындарын боҙлауыҡҡа ҡаршы саралар менән эшкәртеү, ҡарҙы һәм сүп-сарҙы сығарыу менән мәшғүл. Үткән төндә Ленин, Мостай Кәрим, Карл Маркс, Коммунистик, Ғафури урамдарынан 87 рейста 1162 кубометр ҡар сығарылған. Киров, Коммунистар, Ғафури урамдарҙа ташыу өсөн ҡар өйөмдәре әҙерләнеп ҡуйылған. Әлеге мәлдә эштәр Әхмәтов һәм Чкалов урамдарында башҡарыла.
Шулай уҡ күп фатирлы йорт ихаталарын да ҡарҙан таҙартыу, юлдарҙы һәм тротуарҙарҙы ҡом менән эшкәртеү дауам итә. Торлаҡ хужалығы тресы хеҙмәткәрҙәре Достоевский, Чернышеский, Әхмәтов һәм Солтанов урамдары буйынса ихаталарҙы таҙартыуға йәлеп ителгән. Шулай уҡ ҡала халҡын транспорт саралары менән идара иткәндә иғтибарлы булырға һәм машиналарҙы юл буйында ҡалдырмаҫҡа саҡырабыҙ. Йәйәүлеләргә лә йорт ҡыйыҡтары аҫтынан үткәндә һаҡ булыу мөһим.