Һуңғы ваҡытта республика баш ҡалаһында һауа температураһы нульдә тирбәлә, был ҡар эреүгә һәм өй баштарынан боҙ төшөүгә килтерә. Өфөлөләрҙең именлеген тәьмин итеү маҡсатынан, көн һайын торлаҡ хеҙмәткәрҙәре тарафынан күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың өй баштары таҙартыла.
Бөгөнгө көндә был эштәрҙә 162 кеше (51 бригада), 5 автовышка эшләй, шулай уҡ сәнәғәт альпинистарының бер бригадаһы йәлеп ителгән.
Билдәләп үтәбеҙ, өй баштарын, ҡыйыҡтарҙы таҙартыу эштәре барған урындарҙа граждандарҙың йөрөүҙәренә юл ҡуймау буйынса мәжбүри саралар ҡарала.
Шулай уҡ, юлдарға, тротуарҙарға һәм торлаҡ йорттарҙың подъездарына боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар һибеү өсөн айырым иғтибар бирелә.
Хөрмәтле ҡала халҡы һәм ҡунаҡтар! Торлаҡ йорттар янында үткәндә һаҡ һәм иғтибарлы булығыҙ, ҡар һәм боҙ төшөү ихтималы булған биналарға яҡын килмәгеҙ һәм балаларға бындай урындарҙа йөрөргә рөхсәт итмәгеҙ.