03.01.2020
832
Өфөлә яңы йыл шыршыларын утилләштереү буйынса «Шыршыларҙы — юнысҡыға» экологик акцияһын уҙғарыу күҙаллана. Ул 11,12, 18 һәм 19 ғинуарҙа була.
Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, ҡарағайҙарҙы, аҡ шыршыларҙы, шыршыларҙы ҡаланың 24 майҙансығындағы махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырырға мөмкин.
Орджоникидзе районында майҙансыҡтар А.Невский урамында «Төҙөүсе» стадионы эргәһендә, Комаров урамныда «Нефтсе» стадионы эргәһендә, Октябрь проспектында «Ҡала мәҙәниәт һарайы» туҡталышындағы фонтан эргәһендә урынлашасаҡ.
Экопроектты ойоштороусылар билдәләүенсә, акцияның төп маҡсаты – ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына ҡала халҡының иғтибарын йәлеп итеү һәм шыршыларҙы икенсел сеймал сифатында файҙаланыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың ғинуарында Өфөлә ошо акция барышында 1000-гә яҡын ағас йыйылды һәм икенсел эшкәртеүгә ебәрелде.