Яңы 2020 йыл менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Яңы 2020 йыл менән!

 

Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары!
Үткән йыл ҡаҙаныштарға бай булды һәм ҡала тарихында күп  яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы.

Беҙ «Беренсе Май», «Ҡашкаҙан», «Ташлы йылға» парктарҙа һәм «Имәндәр», «Тулҡын»  скверҙарында төҙөкләндереү эштәрен башланыҡ. «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса 89 биләмә яңы һулыш алды. Алдағы биш йылда беҙҙең подъездар тулыһынса яңырасаҡ.

Быйыл сентябрҙә үҙ ишектәрен заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ике мәктәп асты. Әлбиттә, бының менән генә сикләнергә ярамай. Баш ҡалала балалар баҡсалары һәм мәктәптәр һанын арттырыу өҫтөндә эште дауам итәсәкбеҙ. 

Үткән йыл йәйге Халыҡ-ара балалар уйындарында спортсыларыбыҙ уңышлы сығыш яһаны. Беҙ тағы бер тапҡыр спорт буйынса илдең төп ҡалаһы исемен иҫбатланыҡ.
Алда ҙур пландар, яңы проекттар көтөлә. Ҡала тормошо бер ваҡытта ла туҡтамай. Айырым рәхмәт һүҙҙәрен байрам төнөндә эш урынында хеҙмәт бурысын үтәгәндәргә еткерәм.
Баш ҡалабыҙ һәм республикабыҙ мәнфәғәтенә тырышып, үҙ уңыштары менән ҡалабыҙҙың сәскә атыуына өлөш индергән белгестәргә һәм хеҙмәткәрҙәргә рәхмәтемде белдерәм.
Йортоғоҙға именлек, бәрәкәт, ә күңелегеҙҙә тыныслыҡ булһын.
Ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар һеҙгә, ҡәҙерле дуҫтар!
 Яңы йыл менән!


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA