24 декабрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләү буйынса өс яҡлы территориаль комиссияһы ултырышы үтте. Унда Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, республиканың профсоюздар федерацияһы рәйесе Марат Хөсәйенов, уның урынбаҫары Владимир Апокин, республиканың эш биреүселәр союзы башҡарма директоры Искәндәр Мәхмүтов, Өфө эшҡыуарҙары союзы советы рәйесе Ольга Одинокова ҡатнашты.
Шулай уҡ ултырышта Өфө Хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, ҡала хакимиәтенең структур подразделениелары, министрлыҡ һәм ведомстволар вәкилдәре саҡырылды.
Көн тәртибенең төп пунктында 2020-2022 йылдарға Өфө Хакимиәте, профсоюз һәм эш биреүсе араһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу торҙо.
Документҡа үҙ ҡултамғаларын Өлфәт Мостафин, Владимир Апокин һәм Ольга Одинокова ҡуйҙы.
Шулай уҡ ултырыш сиктәрендә киләһе йылдарға күҙалланған социаль-иҡтисади үҫешенең төп күрһәткестәре һәм ҡала бюджетының социаль параметрҙары тураһында докладтар менән сығыш яһанылар.
Бынан тыш социаль партнерлыҡҡа йүнәлтелгән эштәр һөҙөмтәләре, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен законлаштырыу, легаль булмаған мәшғүллекте иҫкәртеү тураһында мәсьәләләр ҡаралды.
Ултырыш аҙағында Марат Хөсәйенов профсоюз ойошмаһының иң әүҙем ағзаларын почет грамоталары менән бүләкләне.
Өс яҡлы территориаль комиссия ултырышы йомғаҡтары буйынса 2020 йылға эш планы ҡабул ителде.