Орджоникидзе районы мәктәптәрендә Башҡорт теле көнө үтте

Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың 14 декабрь – Башҡорт теле көнө итеп иғлан ителде. Орджоникидзе районы мәктәптәрендә тиҙ арала ошо ваҡиғаға ярашлы ултырыш үтте һәм план ҡабул ителде.
Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың 14 декабрь – Башҡорт теле көнө итеп иғлан ителде. Орджоникидзе районы мәктәптәрендә тиҙ арала ошо ваҡиғаға ярашлы ултырыш үтте һәм план ҡабул ителде. Һәр дәрес ошо күренекле датаға ярашлы һөйләшеү, белешмә биреү, аңлатыу, туған телебеҙгә арналған билдәле шағирҙарыбыҙҙың шиғырҙары менән башлап ебәреү төп традицияға инеп китте. 11 декабрь “158-се Мостай Кәрим исемендәге башҡорт гимназияһы”нда уҙғарылған төбәк- ара конференцияла 10-сы класс уҡыусыһы Азаматова Сәлимә уңышлы сығыш яһаны. 12 декабрь Башҡорт Дәүләт университеты уҙғарған төбәк – ара конференцияла Хәйруллин Тәнзилә Ғәли ҡыҙы ҡатнашып, сығышы менән үҙ фекерен еткерҙе. 13 декабрь башҡорт теле дәрестәре үтте һәм 400-ҙән ашыу уҡыусыны үҙенә йәлеп итте. Ошо уҡ көндө балаларға Солтанморатов Ильгиз Замфир улы менән осрашыу кисәһе ойошторолдо. Ул уҡыусыларға шәжәрә тураһында бай мәғлүмәт бирҙе. 14 декабрь бигерәк тә күңелле үтте. Сөнки был көндө “ Илһам” шиғыр һөйөүселәр конкурсында призлы урындар алған уҡыусыларыбыҙ балаларҙың күңелдәрен илһамландырыу өсөн, яратҡан юбиляр шағирыбыҙ Мостай Кәримдең шиғырҙарын яттан тасуири һөйләп күрһәттеләр. Ә аҙаҡтан күмәкләшеп Йәштәр театрына Мөхәмматша Буранғоловтың “Башҡорт туйы” драмаһын ҡарарға юлландылар. Ә бына бик күп конкурстар еңеүсеһе 6- сы класс уҡыусыһы Рәфғетдинов Рөстәм “ Ультра” сауҙа үҙәгендә уҙғарылған сараларҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шулай итеп, Башҡорт теле көнө төрлө тәьҫораттарға бик бай булды. Йөрәктәргә сәм тулды, күңелдәр рухланды. Ә иң нығы һәр бала күңелендә, башҡорт теле – туған телебеҙгә ҡарата һөйөү, ихтирам сатҡыһы ҡабынғандыр, тигән ышаныста ҡалғы килә.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA