Өфөлә өй баштарын ҡарҙан һәм боҙҙан таҙарталар

Ҡала халҡының именлеген тәьмин итеү маҡсатында, көн һайын торлаҡ хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре тарафынан күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың ҡыйыҡтары таҙартыла.

Һуңғы ваҡытта республика баш ҡалаһында һауа температураһы ноль билдәһе аша – минустан плюсҡа һәм киреһенсә айырыла, был ҡар иреүгә һәм өй баштарынан боҙ төшөүгә килтерә. Ҡала халҡының именлеген тәьмин итеү маҡсатында, көн һайын торлаҡ хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре тарафынан күп фатирлы торлаҡ йорттарҙың ҡыйыҡтары таҙартыла.

Бөгөнгө көндә әлеге эштәрҙә 400-гә яҡын кеше (130 бригада), 6 автовышка эшләй, шулай уҡ сәнәғәт альпинистарының бер бригадаһы йәлеп ителгән. Өфө райондарының торлаҡ хужалығы идаралығында барлығы 4 599 өй башы, шул иҫәптән һөҙәк һәм берләштерелгән – 2 854, шулай уҡ 12 500-ҙән артыҡ балкон ҡыйыҡтары бар.

Өфө ҡалаһы торлаҡ хужалығы идараһының торлаҡ хужалығы бүлеге етәксеһе Андрей Бычков билдәләп үтеүенсә, ихаталарҙы комплекслы таҙартыуҙан тыш, торлаҡ йорттарҙың баштарын, балкон һәм подъезд ҡыйыҡтарын да ҡарҙан таҙарталар.

- Һис шикһеҙ, ҡар яуғанда өй баштарында, шулай уҡ балкон ҡыйыҡтарында боҙ барлыҡҡа килә. Халыҡтың травматизмына юл ҡуймаҫ өсөн уларҙы беҙ даими таҙартып торабыҙ. Бигерәк тә үҙ белдектәре менән эшләнеп ҡуйылған балкон  ҡыйыҡтары ҡурҡыныс янай, – тип хәбәр итә ул.

Билдәләп үтәбеҙ, өй баштарын һәм ҡыйыҡтарын ҡарҙан, боҙҙан таҙартыу төрлө предприятие һәм учреждение хужалары, сауҙа объекттары хужалары айырым иғтибар бирергә тейеш. Тирә-яҡ биләмәләрен һәм ҡыйыҡтарын таҙартыу буйынса саралар күрмәгән өсөн административ яза биреү ҡаралған.

Епшек ҡар яуыуға һәм температураның төшөүенә бәйле рәүештә, Өфө Хакимиәте Башҡортостан баш ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын торлаҡ йорттар һәм биналар янында үткәндә һаҡ булырға һәм иғтибарлы булырға саҡыра.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA