Өфөлә иллюминацион инсталляцияларҙы ҡабыҙҙылар

Ҡаланың дүрт майҙансығында – Үҙәк шыршы ҡаршыһындағы Ленин майҙанында, Орджоникидзе һарайы ҡаршыһындағы майҙанда, Ленин һәм Пушкин урамдары киҫелешендә һәм Зәки Вәлиди урамы яғынан Ленин паркында иллюминация инсталляциялары урынлаштырылған.

Яңы йыл көтөп алған һәм яратҡан байрамдарҙың берһе. Ҡала урамдарында Яңы йыл иллюминацияһын ҡуйыу Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларының береһе булып тора.

Шулай итеп, ҡаланың дүрт майҙансығында – Үҙәк шыршы ҡаршыһындағы Ленин майҙанында, Орджоникидзе һарайы ҡаршыһындағы майҙанда, Ленин һәм Пушкин урамдары киҫелешендә һәм Зәки Вәлиди урамы яғынан Ленин паркында иллюминация инсталляциялары урынлаштырылған.

Уларҙың авторы бөтә донъяға билдәле итальян рәссамы һәм яҡтылыҡ архитекторы Валерио Фести . Уның эштәре Париж, Истанбул, Мәскәү һәм башҡа ҡалаларҙы биҙәп тора.

Яңы йыл иллюминацион инсталляциялары 9 декабрҙән эшләй башланы.

- Һәр саҡ биҙәү әйберҙәре яһағанда ҙур спектакль әҙерләгән кеүекбеҙ. Әлеге Өфө инсталляциялары әкиәт ут ишектәренән ғибәрәт. Улар ҡышҡы байрамдар ваҡытында барлыҡҡа килгән,  балҡып торған ҡаланың периметр сиктәрен һүрәтләйҙәр, - ти Валерио Фести.

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA