Өфөлә рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асылды

9 декабрҙә Өфө тарихы музейында билдәле рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асылды.

9 декабрҙә Өфө тарихы музейында билдәле рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асылды.

Сарала Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин, «Башҡортостан электр селтәрҙәре компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Дмитрий Шароватов, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре һәм башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.

- Быйылғы йылда асылған музейыбыҙҙа бөгөн Камил Буҙыҡаевтың күргәҙмәһе асылды. Беҙ уны таланты һәм ябайлығы өсөн яратабыҙ. Өфөлә һәм республикала барған бар ваҡиғаларҙы күҙәтеп барып, ул тос һәм аныҡ уларҙы һүрәттә сағылдыра, - тине Өлфәт Мостафин.

Сарала Өфө ҡалаһы Хакимиәте башлығы муниципалитет эшмәкәрлеген әүҙем яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренә юғары профессионаллек һәм ҡаланың имиджын нығытыуға ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Шулай уҡ күргәҙмәне асыу сиктәрендә ҡунаҡтар өсөн музей буйлап экскурсия ойошторолдо һәм иң әһәмиәтле, ҡыҙыҡлы карикатураларға презентация үтте.

Күргәҙмә 10 декабҙән алып 10 ғинуарға тиклем дауам итәсәк.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA