Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Халыҡ-ара КВН фестивале үтте

8 декабрҙә «Торатау» Конгресс-холлында Башҡортостан Республикаһы Халыҡ-ара КВН кубогы үтте.

8 декабрҙә «Торатау» Конгресс-холлында Башҡортостан Республикаһы Халыҡ-ара КВН кубогы үтте.

Жюри составына Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Сәғитов, Дәүләт Дума депутаты Михаил Бугера, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Урал Килсенбаев, Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, КВН-дың юғары лига вәкилдәре Алексей Кривеня һәм Сергей Малофеев һәм башҡалар инде.

Бәйге 8 команда араһында барҙы. Фестиваль барышында «Русская дорога» һәм «Нате» КВН командалары ла сығыш яһаны.

Мәрәкәле һәм юморға бай уйын аҙағында Өфөнөң «Лица Республики» командаһы еңеүсе булып билдәләнде. Сочи ҡалаһында үтәсәк «КИВИН-2020» уйынына «Континет», «Сами такие» һәм «Не бальзак» командалары путевкалар отто. Халыҡ-ара КВН фестиваленә шулай уҡ «Планета К-рах» командаһы үҙенә юл асты.

Уйынды Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамы менән Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте, Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Өфө ҡалаһының урындағы КВН йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA