«Йәш ғаилә – 2019» конкурсына йомғаҡ яһалды

26 ноябрҙә муниципалитетта «Йәш ғаилә – 2019» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Бәйгенең оҫталарын Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов тәбрикләне.

26 ноябрҙә муниципалитетта «Йәш ғаилә – 2019» конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Уларҙы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов тәбрикләне.

- Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин исеменән һеҙҙе ихлас ҡотлайым. Ғаилә – ул киләсәк быуындың көҙгөһө, унда бер беребеҙгә һөйөү, туғанлыҡ тойғоһо үҫеш ала. Был конкурс 1998 йылдан алып үткәрелә. Бар ғаилә лә лайыҡлы сығыш яһап, һайлап алыу этабын уңышлы үтеүҙәре өсөн шатмын. Ғаиләләрегеҙҙең нигеҙе ныҡлы һәм татыу булһын, - тип сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе Рөстәм Ғәзизов.

Конкурста «Квиз, плиз!» интеллектуаль уйынын, һүрәт төшөрөү һәм иң ҡыҙыҡлы видеотаҫма бәйгеләрен уңышлы үткәндәрҙе еңеүселәр тип билдәләнеләр.

Ярыш һөҙөмтәләре буйынса гран-прины Киров районынан Маргарита һәм Рамис Шафиҡовтар яуланы, улар Өфө ҡалаһын республика этабында яҡсаясаҡ.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA