Әсәләр көнө менән!

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафиндың ҡотлауы.

Әсәләр көнө менән!

Хөрмәтле өфөлөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары! Ҡәҙерле әсәләр!

 

Ноябрҙең һуңғы йәкшәмбеһендә Рәсәйҙә Әсә көнө билдәләнә. Был байрам беҙгә ҡәҙерле кешеләребеҙгә – әсәләргә, уларҙың хәстәрҙәре һәм күңел йылыһы өсөн тағы ла бер тапҡыр рәхмәт белдерергә мөмкинлек бирә.

Бала тәрбиәләү буйынса төп бурыс нәҡ әсәләр иңенә ята. Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау, ғаилә институтын нығытыу урындағы үҙидаралыҡ һәм власть органдарының мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

Беҙҙең республикала әсәлеккә һәм ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүҙә, әсә һәм баланың сәләмәтлегенә көсәйтелгән иғтибар бүлеүҙә, ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған әсәләргә ярҙам итеүҙә сағыла.

Өфөлә хәстәрлекле һәм наҙлы әсәләр йәшәй. Һеҙ өй мәшәҡәттәре менән бергә профессиональ бурыстарығыҙҙы ла еңеллек менән үтәп киләһегеҙ. Шул уҡ ваҡытта балаларығыҙ өсөн һөйкөмлө һәм иғтибарлы әсә булып ҡалырға онотмайһығыҙ. Бөгөн һеҙгә ҡарата йылы һүҙҙәр һәм изге теләктәр күберәк яңғыраһын.

Ихлас күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, ҡала һәм республика сәскә атыуына төбәлгән изге эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!

Байрам менән, ҡәҙерле әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр!

 

 

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округы

Хакимиәте башлығы                                                                        Ө.М. Мостафин

 

 


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA