#ӨМӘ дөйөм ҡала акцияһы сиктәрендә 1 280 кубометрҙан артыҡ сүп-сар сығарылды

22 һәм 23 ноябрҙә Өфө ҡалаһының Глумилино биҫтәһендә традицион #ӨМӘ экологик акцияһы үткәрелде. 170-тән артыҡ кеше һәм 100-гә яҡын техника ике көн дауамында гараждарҙы һәм баҡса ширҡәттәрен эксплуатациялаған йылдарҙа бик күп ҡалдыҡтар һым сүп-сар йыйылған Кошкин урманын таҙарттылар.

Күрше Октябрь районына ярҙам итергә Өфөнөң башҡа райондарынан төҙөкләндереү һәм ҡарау буйынса эшселәре генә түгел, ә 20-ләп ҡала хеҙмәттәре, предприятиелары һәм ойошмалары ла килде.

Улар уртаҡ тырышлыҡ менән 1 280 кубометрҙан артыҡ сүп йыйып сығарҙылар.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был #ӨМӘ акцияһы сиктәрендә өсөнсө дөйөм ҡала өмәһе. Беренсеһе июль башында Сипайлово биҫтәһендә үтте. Уның һөҙөмтәләре буйынса ҡала етәкселәре бындай сараларҙы Өфөнөң һәр районында үткәрергә тигән ҡарар ҡабул иттеләр. Шунан һуң ул август айында Нижегородка һәм Затон биҫтәләрендә уҙҙы.

Хөрмәтле өфөлөләр! Ихаталарыбыҙҙың, урамдарыбыҙҙың, парк һәм скверҙарыбыҙҙың таҙалығы һәр кемдең ҡулында. Уртаҡ тырышлыҡ менән генә беҙ ҡаланы таҙа һәм уңайлы итә аласаҡбыҙ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA