12.11.2019
953
16 ноябрь «Торатау» Конгресс-холында «Йәш ғаилә-2019» ҡала конкурсы үтәсәк. Баш ҡалабыҙҙың иң яҡшы ғаиләһе тип аталыу өсөн Өфөнөң Ленин районынан – Тимерхановтар, Дим районынан – Ғабдрахмановтар, Калинин районынан – Вальтиндар, Киров районынан – Шафиҡовтар, Октябрьск районынан – Хайбрахмановтар, Орджоникидзе районынан – Поплаухиндар һәм Совет районынан Нәбиуллиндар үҙ-ара көс һынашасаҡ. Конкурста еңеүселәр Өфө намыҫын республика кимәлендә яҡлаясаҡ.
Быйыл Ленин районынан Тимерхановтар ғаиләһе – Варис, Эллина, Самира һәм Азалия сығыш яһай. Варис менән Эллина 10 йыл бергә. Улар студент йылдарында Өфө дәүләт нефть-техник университетының архитектура-төҙөлөш факультетында белем алған осорҙа таныша һәм бәхетле ғаилә ҡороу маҡсаты менән сәстәрен-сәскә бәйләргә ҡарар итә.
«Беҙҙең принцессаларыбыҙ» тип кенә йөрөткән Самира менән Азалия ҡыҙҙарының тыуған көндәрен улар ғүмерҙәренең иң бәхетле осоро тип һанай. Былтыр ғаилә ағзалары Варис үҙ ҡулдары менән һалған иркен йортҡа йәшәргә күскән. Быйыл ҡыҙҙар йорт баҡсаһында орлоҡ сәсеп тәүге тапҡыр уңыш алыуға өлгәшкән – әлбиттә, быға уларҙың шатлыҡтарының сиге булмаған.
Бөтә әсәйҙәр кеүек Эллина аш-һыуға ла бик оҫта, бигерәк тә, торттар бешереүгә, уға, әлбиттә, был эштә һәр саҡ ҡыҙҙары ярҙамлаша. Ғаилә ағзалары өләсәй һәм олатайҙарына ҡунаҡҡа ла йыш йөрөй, бында балалар бөтә туған-тыумасалар өсөн бәләкәй генә концерттар ойоштора. Атай менән әсәй фекеренсә, был балалар тәрбиәләүҙә иң мөһим ысулдарҙың береһе – сөнки бала саҡтан өлкәндәргә иғтибарлы һәм хәстәрлекле булырға өйрәтә. Ҡыҙҙар әсәләре өлгөһөндә бәләкәйҙән бейеү менән шөғөлләнә. Самира фехтование менән шөғөлләнә һәм сатраш уйнарға ярата. Ә Азалия яңыраҡ йырлай башлаған.
Тимерхановтар ғаиләһе бергә булырға ярата, мәҫәлән, ҡышын саңғыла һәм конькиҙа шыуалар, ә йәйгеһен велосипедта һәм роликтарҙа йөрөйҙәр. Йыл һайын тиерлек диңгеҙ ярында ял итеп, унан яңы тәьҫораттар һәм көс менән ҡайтырға тырышалар.
Тимерхановтар «Ғаиләбеҙ – беҙҙең ғорурлығыбыҙ һәм ҡәлғәбеҙ» девизы менән йәшәй. Беҙ үҙ сиратында барығыҙҙы ла был сараға килергә һәм «Йәш ғаилә-2019» ҡала конкурсында Тимерхановтар ғаиләһе өсөн янып-көйөп ултырырға саҡырабыҙ.