11.11.2019
956
Ял көндәрендә лә Ленин районының торлаҡ-коммуналь хужалыҡтары хеҙмәткәрҙәре арыу-талыуһыҙ урамдарҙың һәм ихаталарҙың таҙалығы тураһында ҡайғыртты. Оҙаҡламай ҡар яуыуы көтөлә һәм ҡышҡа әҙерлекте үҙ ваҡытында тамамлап өлгөрөргә кәрәк. Ул ваҡытта мәшәҡәттәр тағы ла күберәк буласаҡ.
«Ысынлап та, ял йә байрам көндәре, һалҡындар йә ямғырҙар булыуға ҡарамаҫтан, беҙҙең эшсәндәребеҙ һәр ваҡыт үҙ урынында. Республикабыҙҙың баш ҡалаһын таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу тап уларҙың яуаплылығында бит. Ҡалабыҙ һәр иртә барыһын да йәмле һәм күркәм көйөнсә ҡаршылаһын өсөн тырышабыҙ», – ти Өфө ҡалаһының Ленин районы Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте директоры Алла Соболь.
Шуға ла таҙартыу эштәренең туҡтауһыҙ алып барылыуы ғәжәп түгел. Ошо ваҡытҡа Ленин районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең 25 берәмек махсус техникаһы һәм 29 хеҙмәткәре йәлеп ителгән – мәҫәлән, «Вихрь» һәм «Унимог» машиналары юл селтәрҙәрен, күперҙәрҙе һәм урамдарҙы таҙартыуҙы дауам итә. Тротуарҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Әхмәтов, Нехаев, Карьер, Ғафури, Гоголь, Чернышевский, Мостай Кәрим урамдары һәм Затон күпере тирәһе таҙартылған. Әхмәтов, Утлаулыҡ, Тарлауыҡ, Шмидт урамдарында һәм Нижегородка биҫтәһендә сүп-сарҙар тейәлә һәм сығарыла. Был мәлгә 17 рейста 219 кубометр сүп-сар һәм ҡый сығарып түгелгән.
Торлаҡ хужалығы тресты хеҙмәткәрҙәре лә бөтә участок буйынса эшкә йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта урам һепереүселәр Әхмәтов, Осоусылар, Ғафури, Киров, Достоевский урамдарында йорт ихаталарын таҙартыу менән мәшғүл. «Горзеленхоз» предприятиеһы эшсәндәре райондың үҙәк өлөшөндә сүп-сар йыя һәм Силикатная урамында ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡа.