07.11.2019
815
Ленин районының торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре ҡаланы төҙөкләндереүҙе һәм урамдарҙы таҙартыуҙы дауам итә. Өфөнөң таҙа һәм йәмле булыуы уларҙың яуаплылығында бит.
Улар туҡтауһыҙ һәм тәүлек әйләнәһенә эш менән мәшғүл. Әлеге ваҡытта Ленин районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәтенең 23 берәмек махсус техникаһы һәм 29 юл эшсеһе йәлеп ителгән. Улар урамдарҙы һепереү һәм йыуыу, тротуарҙарҙы таҙартыу менән шөғөлләнә. Һепереү-йыйыштырыу машиналары иртә менән Ленин районының үҙәк урамдарын таҙартып сыҡты ла инде. Урам һепереүселәр ҡойолған япраҡтарҙан һәм башҡа сүп-сарҙан йорт ихаталарын, парктарҙы һәм скверҙарҙы таҙалай. «Горзеленхоз» предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре Урицкая урамында ҡыуаҡлыҡтарҙы киҫә һәм райондың үҙәк өлөшөндә сүп-сар йыя. Ботаҡтарҙы һәм сүп-сарҙы тейәү һәм сығарыу ҙа графикка ярашлы башҡарыла. Был ваҡытҡа ике рейста 25 кубометр сүп-сар, дүрт рейста 32 кубометр ботаҡ сығарылған. Алексеевский шоссеһы буйлап һәм Ауыл кисеүлеге урамында тротуар һалыу эштәре дауам итә.