Өфөлә һуғыш сәнғәте буйынса икенсе Евразия йәштәр уйындары үтәсәк

14 ноябрҙән алып 17 ноябргә тиклем Башҡорт дәүләт аграр университетында Һуғыш сәнғәте буйынса икенсе Евразия йәштәр уйындары үтәсәк. Ярыштарҙа Рәсәйҙең һәм Евразия илдәренең юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары командалары ҡатнашасаҡ.

Сараны Башҡортостан Республикаһы буйынса «Рәсәй хәрби сәнғәт союзы» ярҙамында Башҡорт дәүләт аграр университеты ойоштора.

Евразия студент уйындары - ул айырым халыҡ-ара форматында үткәрелеп килгән спорт сараһы. Еңеүселәр Мәскәүҙә үтәсәк «Бөтә Рәсәй студент һуғыш сәнғәте уйындары»ның финал этабына эләгә.

Ярыштар сиктәрендә 8 спорт төрө буйынса күрһәтмә майҙансыҡтар ойоштороласаҡ. Атап әйткәндә, айкидо, тай боксы, самбо, кикбоксинг, ҡул һуғышы, һәр төрлө карате, тэквондо һәм билбау көрәше буйынса.

Ярышта ҡатнашыр өсөн 8 ноябргә тиклем studbi2019@ya.ru электрон почтаға  айырым спорт төрҙәре буйынса ғаризалар ебәреү мотлаҡ.

Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA