30 октябрҙә «Динамо» стадионында волейбол буйынса Рәсәй чемпионатының сираттағы уйыны үтте. «Урал» волейбол клубы Мәскәү уйынсыларын - «Динамо»ны ҡабул итте. Уйынды Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин ҡараны.
Ныҡышмалы көрәштә Өфө командаһы 3:0 (24:26; 25:27 һәм 20:25) иҫәбе менән еңелде.
Киләһе уйынды өфөлөләр 2 ноябрҙә Красноярск ҡалаһында «Енисей» командаһы менән уйнаясаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған миҙгелде «Урал» һигеҙенсе урында тамамлап, клубтың юғары перспективаларын күрһәтте.
«Урал» волейбол клубының уйындары менән уларҙың рәсми сайтында танышырға мөмкин.