29.10.2019
1176
Бөгөн Өфө ҡалаһының 39-сы гимназияһына махсус ҡунаҡтар – Германиянан парламент делегацияһы килде. Уның составында Даниэль Шторм етәкселегендә Саксония-Анхальт федераль еренең Ландтаг ағзалары, шул иҫәптән Германияның Екатеринбургтағы Генераль консулы Матиас Крузе булды.
Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейемен кейгән уҡыусылар уларҙы тантаналы рәүештә сәк-сәк менән ҡаршыланы һәм алты телдә сәләмләне. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе Марат Шәйхулов, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Раил Әсәҙуллин һәм Римма Үтәшева, Ленин районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Мирхәт Ҡаҙарғолов, Өфө ҡалаһының Мәғариф идаралығы бүлеге начальнигы Ирина Басенко һәм башҡа юғары дәрәжәле ҡунаҡтар булды.
Делегация ағзаларын уҡыу йорто менән яҡындан таныштырҙылар, уларға гимназия тарихы залы һәм «ЮНЕСКО залы» буйынса экскурсия ойошторҙолар, шулай уҡ ҡунаҡтар иғтибарына «XXI быуат быуыны Евразия мәҙәниәттәре диалогында» халыҡ-ара авторлыҡ проектының презентацияһы тәҡдим ителде. Уның сиктәрендә 5 проект тормошҡа ашырылған һәм «Ер – беҙҙең дөйөм йортобоҙ» тип аталған яңы проект анонсланған. Уҡыусылар һәм ЮНЕСКОның «AVANTE» клубы ағзалары ҡатнашлығында «Дискуссия клубы»нда осрашыуҙа был турала фекер алышыу үтте, ошонда уҡ «Һәләтле балалар: асыҡлау, өйрәтеү, үҫтереү» комплекслы мәғариф программаһы буйынса гимназия эшмәкәрлеге тураһында һөйләнеләр.
Шулай уҡ делегация вәкилдәренә 39-сы гимназияның йәш таланттары әҙерләгән концерт күрһәтелде. Улар башҡорт, рус, татар бейеүҙәрен башҡарҙы, немец телендә шиғыр уҡыны һәм дуэт менән йыр йырланы. Германиянан килгән ҡунаҡтар саранан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм һәр сығышты алҡыштарға күмеп оҙатты.
Осрашыу күркәм Ҡышҡы баҡсала «түңәрәк өҫтәл» менән тамамланды. Саксония-Анхальт федераль еренең Ландтаг депутаттары рәсми делегацияһының етәксеһе Даниэль Шторм бөтә ҡунаҡтар исеменән бөгөн күргәндәренә һоҡланыуы тураһында әйтте һәм 39-сы гимназия мотлаҡ мәғариф өлкәһендә халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте арттырыр, Саксония-Анхальт федераль еренең мәктәптәре менән файҙалы бәйләнеш булдырыр тигән ышаныс белдерҙе.