Коммуналь эштәр дауам итә

Хатта ял көндәрендә лә Ленин районының торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре урамдарҙың һәм ихаталарҙың таҙалығын күҙ уңынан ысҡындырмай. Сөнки көҙҙөң һәр көнө менән мәшәҡәттәр арта ғына.
Хатта ял көндәрендә лә Ленин районының торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре урамдарҙың һәм ихаталарҙың таҙалығын күҙ уңынан ысҡындырмай. Сөнки көҙҙөң һәр көнө менән мәшәҡәттәр арта ғына. «Хеҙмәткәрҙәребеҙ һәр аҙна башында халыҡты таҙа ҡала ҡаршылаһын өсөн бөтә көсөн һала», – тип белдерә Ленин районының Төҙөкләндереү буйынса хеҙмәте директоры урынбаҫары Алла Соболь. Юл йыуыу машиналары, «Вихрь» һәм «Унимог» махсус һепереү-вакуум техникаһы юл үткәргестәрен, күперҙәрҙе, урам-юл селтәрҙәрен таҙартыу эшен дауам итә. Тротуарҙар, парковка урындары, таш түшәлгән урамдар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, әлеге мәлдә Аксаков урамы таҙартыла, Революция һәм Чернышевский урамдарында сүп-сар йыйыу, Әхмәтов урамын һепереү эштәре тамамланған. «Горзеленхоз» хеҙмәткәрҙәре ағастарҙы тигеҙләү һәм ҡойолған япраҡтарҙы йыйыу менән мәшғүл. Шулай уҡ сүп-сарҙы сығарыу әүҙем дауам итә – үткән тәүлектә улар 207 кубометр күләмендә сығарылған.
Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA