Өлфәт Мостафин сираттағы «Инвест сәғәт» үткәрҙе

24 октябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте. Уны Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

24 октябрҙә Өфө ҡалаһы Хакимиәтендә Ведомство-ара комиссияның «Инвест сәғәт» форматындағы сираттағы ултырышы үтте. Уны Өлфәт Мостафин үткәрҙе.

Ултырышта республика министрлыҡтары, дәүләт комитеттары вәкилдәре һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте структур подразделениелары етәкселәре һәм ҡала советы депутаттары ҡатнашты.

Ултырышта ҡатнашыусылар Дим биҫтәһендә хәҙерге ваҡытта йәмәғәт туҡланыуы өсөн эшләп килгән бинаның сауҙа-күңел асыу үҙәге реконструкция проектын ҡараны. Проект буйынса был үҙәктә балалар үҫеше өсөн тейешле шарттар иҫәпкә алынған.

Проект менән ООО «Йәйғор» директоры Рафаэль Ғалимханов таныштырҙы. Уның һүҙҙәре буйынса, ике ҡатлы бинаның беренсе ҡатында сауҙа үҙәге урынлашһа, икенсе ҡатында – балалар өсөн күңел асыу залын ойоштороу планлаштырылған. Проект тулыһынса инвесторҙар иҫәбенән финансланасаҡ һәм өҫтәмә 20 эш урындарын булдыра тип көтөлә.

Ултырышта ҡатнашыусылар инвестиция проекты буйынса фекер алышты. Яҡын йылдарҙа «Дим» ял һәм мәҙәниәт паркын реконструкциялау планлаштырылған. 2020 йылда парктың реконструкция проекты документацияһы өҫтәндә эш башлау күҙҙалана. Ошоноң менән бәйле, яңы бина парктың берҙәм концепцияһына нигеҙләнергә тейеш.

- Проект биҫтәлә йәшәүселәр өсөн уңайлы мөхит тыуҙырырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Өлфәт Мостафин.

Ултырыш аҙағында Өфө ҡалаһы ҡала округы Хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин проектың Дим биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн әһәмиәтлеген һәм мөһимлеген айырым билдәләп үтте.


Шрифт размеры: 141820
Төҫтәр схемаһы: AAA